Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
26 Октябрь 2024, 00:03

Сәлимгәрәеваға ҡаршы чат...

Ҡыҙым 2-се класта уҡый. Яҡшы ғына өлгәшә, ҡайһы берҙә, ҡайҙан белә икән ул тип, үҙем аптырап ҡуям. Дәресен дә үҙе эшләй, түңәрәктәргә йөрөргә, унда төрлө конкурстарҙа ҡатнашырға һәм уңыш яуларға ла өлгөрә. Шул уҡ ваҡытта телефонда ултырырға ла ярата.

Сәлимгәрәеваға ҡаршы чат...Сәлимгәрәеваға ҡаршы чат...
Сәлимгәрәеваға ҡаршы чат...

Бер ҡасан да телефонын тикшергәнем юҡ ине. Шулай, бер көн ул йоҡларға ятҡас телефонын алып ҡараһам, артыма йығылып китә яҙҙым. Ватсабында “Сәлимгәрәеваға ҡаршы чат” тип исемләнгән аралашыу төркөмө бар. Уны класташы Ксения асҡан һәм бергә уҡыған ҡыҙ-малайҙарҙы индергән дә, Азалияға ҡаршы нимә эшләргә кәрәклеге тураһында яҙғандар.

Бер нисә ҡыҙ бигерәк әүҙем яҙышҡан. Уның менән ултырмаҫа, уйнамаҫҡа, һөйләшмәҫкә генә түгел, ә уны нисек кәмһетеү, көлөү тураһында. Һәр һүҙ һайын ямаҡ смайликтар, һүгенеү һүҙҙәре...

Йүнһеҙ ҡыҙҙарға ҡаршы береһе лә, шул иҫәптән үҙемдең ҡыҙым да бер нәмә лә яҙмаған. Өндәшмәгәс, йә улар менән килешә, йә битараф тип ҡалғандар, тип уйларға урын бар. Төнө буйы йоҡлай алмай сыҡтым.

Ни өсөн балалар шул тиклем аяуһыҙ? Быға нимә сәбәпсе? Башланғыс класта ла шулай үсекләү, кәмһетеү, көлөү, яла яғыу булғас, ҙурая биргәс был ҡыҙҙарҙан нимә көтөргә була. Ғәҙәттә , ҡаты күңелле үҫмерҙәр яҡшылыҡ, һөйөү, иғтибар күрмәгән, атаһы-әсәһе эскән ғаиләләрҙә үҫә. Ә был Ксенияға нимә етмәй икән? Көсһөҙ ҡыҙыҡайҙы кәмһетеүҙән кинәнес алыуы ҡайҙан килә икән?

Был күңелһеҙ темаға, әлбиттә, тәүҙә ҡыҙым менән, аҙаҡ уҡытыусылары һәм ата-әсәләр менән һөйләштем. Артабан нимә булыр - күҙ күрер. Әле Ксенияның әсәһе генә миңә үсегеп йөрөй.

Ләйлә МӨХӘМӘТОВА.

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас