Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
27 Октябрь 2024, 05:05

Көҙгө бәлеш

   

Көҙгө бәлешКөҙгө бәлеш
Көҙгө бәлеш

Баҡса уңышынан бик тәмле бә­леш килеп сыға. Әҙерләүгә сәғәт ярым ва­­ҡыт китә. Рецепт һигеҙ кешегә иҫәпләнгән.

Ингредиенттары:
Ташҡабаҡ – 1 дана
Цукини – 1 дана
Кишер – 3 дана
Аҡ май – 150 г
Он – 300 г
Һалҡын һыу – 7 ҡалаҡ
Йомортҡа – 4 дана
Ҡаты сыр – 150 г
Һөт – 300 мл
Һарымһаҡ – 2 тырнаҡ
Тәменсә тоҙ.

Тәүҙә ҡамыр әҙерләйбеҙ. Һалҡын майҙы эре итеп турап, өҫтөнә он, тоҙ һалабыҙ һәм бигүк ваҡламай ғына бысаҡ менән киҫкеләйбеҙ. Шунан ҡул менән ыуабыҙ, ҡамырлы-майлы онтаҡты һауытҡа һалып, һыу өҫтәйбеҙ һәм ҡамыр баҫабыҙ.
Форманың төбөнә пергамент ҡағыҙ йәйеп, ҡамырҙы һауыт ситенә сығарыңҡырап йәйеп һалғас, һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ.
Ҡамыр һыуынғансы эслек әҙерләйбеҙ. Йәшелсәләрҙе оҙонса итеп нәҙек таҫма рәүешенсә киҫәбеҙ. Уларҙың киңлеге бер сама булырға тейеш.
Ҡамырҙы һыуытҡыстан сығарып, уға йәшелсәләрҙе теҙәбеҙ. Таба ситенән сиратлаштырып, таҫма-йәшелсәне һуҙып, теҙә башлайбыҙ. Һүрәттән аңлашыла.
Уның өҫтөнә ҡойоу өсөн шыйыҡ массаны шулай әҙерләйбеҙ: йомортҡаны туғыйбыҙ, һөт ҡушабыҙ, тағы туғып, иҙелгән һарымһаҡ, ҡырылған сыр һалабыҙ, тәменсә тоҙлайбыҙ. Массаны йәшелсә өҫтөнә сығырлыҡ итеп ҡоябыҙ ҙа, 180 градусҡа тиклем ҡыҙыулыҡтағы эҫетелгән духовкаға ултыртабыҙ. Сама менән бер сәғәттә (йә унан ун минутҡа оҙағыраҡ) бешеп тә сыға.

«Йәшлек» гәзитенән.

Автор:
Читайте нас