Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
28 Октябрь 2024, 10:33

Ҡаһарманлығың менән ғорурланабыҙ!

28 октябрҙә Ерек ауыл халҡы махсус операция яугире Дамир Күсмәевты (15.02.1990-14.06.2024й.й.)  һуңғы юлға оҙатты.

Ауыл клубы биләмәһендәге матәм сараһында уның туғандары һәм яҡын кешеләре, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Ринат Бикбулатов, Мәләүез ҡалаһы, Мәләүез һәм Федоровка райондары хәрби комиссары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Артур Яҡупов, имам-хатиб Зәбир Яҡшыев һәм башҡалар ҡатнашты.

Дамир 1990 йылдың 15 февралендә ошо ауылда тыуған. 2005 йылда Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһының туғыҙынсы  класынан һуң ҡаланың 42-се һөнәрселек училищеһына уҡырға инә һәм уны иретеп йәбештереүсе һөнәре буйынса тамамлай. 2009-2010 йылдарҙа  РФ Ҡораллы Көстәре сафында хеҙмәт итә.

Армиянан һуң төрлө төҙөлөш ойошмаларында эшләй. Өйләнгән.

2024 йылдың 18 майында Дамир контракт төҙөй һәм махсус хәрби операция биләмәһенә юллана, мотоуҡсылар взводында гранотометчик була.

Дамир Заһир улы 14 июндә Донецк Халыҡ Республикаһы биләмәһендә  хәрби хеҙмәт бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк була. Ватан һағына баҫып, хәрби антына тоғро ҡалған яҡташыбыҙҙың исеме мәңгеләштерелер, ҡаһарманлығы онотолмаҫ.

Яҡындарына, туғандарына уны белгәндәргә күркәм сабырлыҡ һәм рухи көс теләйбеҙ.

 

Ҡаһарманлығың менән ғорурланабыҙ!
Ҡаһарманлығың менән ғорурланабыҙ!
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас