Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
28 Октябрь 2024, 04:20

Ҡатын - ҡыҙ...

Ҡатын - ҡыҙ көслө була ул,Ҡатын- ҡыҙ түҙем, сабыр.Күңеле тулы зар булһа ла -Уртына йөҙөк ҡабыр.

Ҡатын - ҡыҙ...Ҡатын - ҡыҙ...
Ҡатын - ҡыҙ...

Ҡатын - ҡыҙ көслө була ул,
Ҡатын- ҡыҙ түҙем, сабыр.
Күңеле тулы зар булһа ла -
Уртына йөҙөк ҡабыр.

Ҡатын-ҡыҙҙа һынмаҫ ҡанат,
Ҡайрылһа ла һыңары.
Ҡанатылған йәндәрендә
Бала хаҡы - юғары!

Йәнен көлгә күмһәгеҙ ҙә,
Көләс ҡояштай ҡалҡыр.
Ҡар өҫтөндә хис-наҙынан
Һөйөү усағы балҡыр.

Йәне тотош яралыр ҙа,
Тик күҙендә нур ҙа моң.
"Ауыҙың тулы ҡан булһа ла,
Төкөрмә", тигән әсәйҙең
Хаҡ мәҡәле бар ҙа һуң...

Эстәремдә ҡойон уйнай,
Аһ, һыр бирмәҫкә кәрәк!
Тик...
Барына шул бер күңел дә,
Барына шул бер йөрәк...

(Айзилә Мортаева)
Автор фотоһы.
Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас