Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
28 Октябрь 2024, 11:50

Юлда һаҡ булайыҡ!

Ҡарлы-ямғыр, томан көтөлә.

Аҙна республика халҡына ямғыр, епшек ҡар һәм һалҡын һауа торошо килтерә. Башгидромет хәбәр итеүенсә, дүшәмбе, 28 октябрҙә, һауа температураһы төндә -5 градусҡаса түбәнәйә, көндөҙ 0-5 градус булыуы көтөлә. Республиканың айырым райондарында ямғыр һәм епшек ҡар яуыуы мөмкин.  Шишәмбе, 29 октябрҙә, һауа шарттары әллә ни үҙгәрмәй.

Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, алдағы тәүлектә Башҡортостанда урыны менән боҙлауыҡ фаразлана, автомобиль юлдарының айырым участкаларында томан ваҡытында 500 метрҙан күреү мөмкинлеге кәмей. Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында водителдәргә хәүефһеҙ йөрөтөү ҡағиҙәләре тураһында иҫкә төшөрәләр: фараларҙы ҡабыҙып хәрәкәт итеү, тиҙлек режимын үтәү, автомобилдәр араһында араны тотоу,  киҫкен маневр яһамау. Һауа температураһы төндә 1, -4, аяҙытҡанда -9, көндөҙ 0, 5 градус.

Хөрмәтле водитель, автоһәүәҫкәрҙәр! Автомобиль тәгәрмәсен ҡышҡылыҡҡа алмаштырығыҙ. Юлдарҙа тайғаҡ, тиҙ туҡталыу мөмкин түгел, урыны менән көслө томан, шунлыҡтан иғтибарлы булығыҙ!

Юлда һаҡ булайыҡ!
Юлда һаҡ булайыҡ!
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас