Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
1 Ноябрь 2024, 05:25

Тормош юлы - әсә ҡулы түгел...

Тормош юлы - әсә ҡулы түгел,Һыйпап ҡына тормаҫ сәсеңде...

Тормош юлы - әсә ҡулы түгел...Тормош юлы - әсә ҡулы түгел...
Тормош юлы - әсә ҡулы түгел...

Тормош юлы — әсә ҡулы түгел,
Һыйпап ҡына тормаҫ сәсеңде,
Осратырһың унда дауылдарҙы,
Осратырһың утлы йәшенде.
Һәм, көрәштән ҡурҡып илар булһаң,
Һөрттөрөрмөн, тимә, йәшеңде!
Ышанма һин: тормош юлы таҡыр,
Арттан иҫә елдәр, тигәнгә.
Төрлө сағы булыр, ләкин, дуҫҡай,
Тормош тынлығына кинәнмә.
Бәхеттәрҙең ҙуры бирелә бит
Тик хеҙмәтте ихлас һөйгәнгә.
Дауылдарҙы күкрәк менән ярып,
Еңеүҙәргә табан атла һин.
Ваҡ йәндәрҙе юлда тап иткәндә
Һис ҡыҙғаныу белмәй тапта һин.
«Кеше» тигән исемеңде аҡлап,
Намыҫыңды тап төшөрмәй һаҡлап,
Ҡаршылыҡты ергә ҡапла һин.

Рәшит Назаров
17.02.1962

Фото архивтан. 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас