Көнгәк
+28 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
2 Ноября 2024, 04:39

Башҡортостанда 11 градусҡаса һыуыта

Алдағы көндәрҙә Башҡортостанда 11 градусҡаса һыуыта, тип хәбәр итте республика синоптиктары

Башҡортостанда 11 градусҡаса һыуытаБашҡортостанда 11 градусҡаса һыуыта
Башҡортостанда 11 градусҡаса һыуыта

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн республикала ямғыр яуыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +3, +8 градус.

Йәкшәмбе, 3 ноябрҙә, төндә ҡар, урыны менән боҙлауыҡ, тимер сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырыуы, юлдарҙа боҙлауыҡ фаразлана. Көндөҙ урыны менән бер аҙ ҡар, көньяҡ буйынса епшек ҡар. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +1, -4, көндөҙ -3, +2.

4 ноябрҙә, дүшәмбелә, урыны менән бер аҙ ҡар яуа. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан талғын, төндә урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -1, -6 градус, аяҙытҡанда -11-гә тиклем, көндөҙ 0, -5 градус.

Автор:Дина Ишматова
Читайте нас