Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
2 Ноябрь 2024, 04:28

Бына һиңә талпан. Статистика

Башҡортостанда 10 меңдән ашыу кешегә талпан ҡаҙалған

Бына һиңә талпан. СтатистикаБына һиңә талпан. Статистика
Бына һиңә талпан. Статистика

Быйыл йылы миҙгел башланғандан алып (беренсе мөрәжәғәт 4 апрелдә теркәлде) һәм октябрь уртаһына тиклем лабораториялар Башҡортостанда йәшәүселәрҙән алынған 10,25 меңдән ашыу талпанды тикшергән. Башҡортостан буйынса Роспотребнадзор идаралығында хәбәр итеүҙәренсә, халыҡ йышыраҡ талпанды «алыу» урыны тип урманды һәм башҡа тәбиғәт биләмәләрен атаған. Икенсе урында - баҡса участкалары, өсөнсөлә - зыярат һәм тораҡ пункттар.

Вируслы талпан энцефалитының 20 һәм боррелиоздың 24 осрағы теркәлгән.

2023 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостанда 16 энцефалит һәм 26 боррелиоз осрағы теркәлгән.

2022 йылда - 28 энцефалит осрағы, 2021 йылда - 16.

Күпләп ял итеү урындарын, парктарҙы, скверҙарҙы, балалар лагерҙарын акарицид ярҙамында эшкәртеү 4778 гектар майҙанда үткәрелгән.

2024 йылда 36 404 кеше энцефалиттан прививка эшләткән.

Автор:Дина Ишматова
Читайте нас