Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
6 Ноябрь 2024, 12:22

Луганскиҙа Башҡортостандан тәүге ҡатын-ҡыҙҙар отряды эш башланы

Башҡортостандан тәүге ирекмән ҡатын-ҡыҙҙар отряды Луганскиҙа эш башланы. Был хаҡта республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Гордиенко социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте.

Луганскиҙа Башҡортостандан тәүге ҡатын-ҡыҙҙар отряды эш башланыЛуганскиҙа Башҡортостандан тәүге ҡатын-ҡыҙҙар отряды эш башланы
Луганскиҙа Башҡортостандан тәүге ҡатын-ҡыҙҙар отряды эш башланы

Гордиенко һүҙҙәренсә, отряд составында хәрбиҙәрҙең ҡатындары, әсәләре һәм апай-һеңлеләренән тыш, тыныс тормошта яҡташтары өсөн гуманитар ярҙам йыйыуҙа ҡатнашҡан ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бар, тип яҙа "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.

– Ирекмәндәр госпиталдәрҙә яраланған яугирҙәргә ярҙам күрһәтә, уларҙы операцияға әҙерләй, палаталарҙа дежурҙа тора. Ҡатын-ҡыҙҙар Луганск Халыҡ Республикаһында ике аҙна эшләй, һуңынан уларҙы отрядтың яңы составы алмаштыра. Әлеге ваҡытта ете волонтер Оборона министрлығы госпиталендә яралыларҙы ҡарай, – тип хәбәр итте Зөһрә Гордиенко. – Республика Башлығына ҡатын-ҡыҙҙарҙың ирекмән отрядын булдырыу башланғысын хуплағаны өсөн рәхмәт белдерәм. Һәм йөрәге ҡушыуы буйынса махсус операцияла илебеҙҙең еңеүен яҡынайтҡан ҡәҙерле гүзәл заттарға.

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас