Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
6 Ноябрь 2024, 12:25

Һыуыта...

Алдағы көндәргә һауа торошо:

Һыуыта...Һыуыта...
Һыуыта...
 
Синоптиктар фаразлауынса, шаршамбы, 6 ноябрҙә, ҡар яуыуы, ҡайһы бер райондарҙа буран сығыуы, юлдарҙа боҙлауыҡ, ҡар һырынтылары булыуы көтөлә. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ 0, -5 градус тәшкил итәсәк.
 
Кесаҙна, 7 ноябрҙә, бер аҙ ҡар яуыуы фаразлана, төндә урыны менән. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Термометр бағанаһы төндә -5, -10°, аяҙытҡанда -15°, көндөҙ -1, -6°күрһәтәсәк.
 
Йома, 8 ноябрҙә, бер аҙ ҡар яуа. Ел көнбайыштан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -5, -10°, аяҙытҡанда -15° тиклем, көндөҙ -1, -6°, тип хәбәр итә белгестәр.
 
Автор фотоһы.
 
Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас