Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
7 Ноябрь 2024, 03:45

Башҡортостан Башлығы Яңы йылды тыйнаҡ билдәләргә кәңәш бирҙе

Дүшәмбе Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә Яңы йылға әҙерлек мәсьәләһе лә ҡуҙғатылды.

Башҡортостан Башлығы Яңы йылды тыйнаҡ билдәләргә кәңәш бирҙеБашҡортостан Башлығы Яңы йылды тыйнаҡ билдәләргә кәңәш бирҙе
Башҡортостан Башлығы Яңы йылды тыйнаҡ билдәләргә кәңәш бирҙе

 Республика Башлығы чиновниктарҙы махсус хәрби операция барған осорҙа корпоративтарҙан баш тартырға, уларҙы яҡшы ваҡытҡа тиклем ҡалдырырға саҡырҙы, тип хәбәр итте "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы. 

Шул уҡ ваҡытта Радий Хәбиров балалар һәм ғаиләләр өсөн байрам ойоштороу: мотлаҡ рәүештә иртәлектәр үткәреү, төп шыршылар янында боҙ ҡаласыҡтары төҙөү (әйткәндәй, былтырғы кеүек Яңы йыл алдынан түгел, ә үҙ ваҡытында) кәрәклеген билдәләне. Һуңлауҙың берҙән-бер етди сәбәбе – йылы һауа торошо», тине ул.

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас