Ҡышҡы салт көләс иртә,
Көлтә нурға юҡ кәртә.
Күҙ сағыла аҡлыҡтан,
Йән шатлана паклыҡтан.
Һалҡын һауалар сыңлай,
Ағастарҙа бәҫ зыңлай.
Ҡайында селтәр үәлдәр,
Йүкәлә ап–аҡ шәлдәр.
Имәндә — аҡ төлкө яға,
Мамығын ҡарға ҡаға.
Ҡарағайҙарҙа аҡ тун,
Уяна улар бик һуң.
Шыршыла йомшаҡ япма,
Япма өҫтөнә ятма!
Уҫаҡтарҙа мендәрҙәр,
Унда нисек менгәндәр?
Талдар ап–аҡ һырғала,
Елпелдәп борғолана.
Эй, рәхәт! Эй, күңелле!
Йыр иркәләй күңелде:
Пактан да пак бар донъя,
Аҡтан да аҡ был донъя!
Рәсимә УРАҠСИНА.