Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
8 Ноябрь 2024, 09:25

Бәхил бул, яҡташ!

Бөгөн Петропавловка ауылы халҡы махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған яугир, ефрейтор Алексей Бегов (30.03.1992 - 18.04.2024 й.й.) менән бәхилләште.

Бәхил бул, яҡташ!Бәхил бул, яҡташ!
Бәхил бул, яҡташ!

Петропавловка ауылы халҡы махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған яугир, ефрейтор Алексей Бегов (30.03.1992 - 18.04.2024 й.й.) менән бәхилләште.

Райондашыбыҙҙы һуңғы юлға оҙатыу сараһында уның яҡындары, ауылдаштары, район хакимиәте вәкиле Виталий Григин, Мәләүез ҡалаһы, Мәләүез һәм Федоровка райондары хәрби комиссары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Артур Яҡупов, район ветерандар Советы рәйесе Виктор Дмитриев, Сәйет ауыл биләмәһе башлығы Илфат Байсурин һәм башҡалар ҡатнашты.

Алексей Николаевич 1992 йылдың 30 мартында райондың Петропавловка ауылында тыуған. Ауыл мәктәбендә туғыҙынсы класты тамамлағандан һуң, ҡаланың 39-сы һөнәрселек лицейына уҡырға инә. Уны 2011 йылда тракторсы-машинист һөнәре буйынса тамамлай. 2012 йылдың 28 июненән 2013 йылдың 27 июненә тиклем Сахалин өлкәһендә РФ Ҡораллы көстәре сафында өлкән механик-водитель вазифаһында хәрби хеҙмәтен үтәй.

Ҡаланың һөт-консерва комбинатында, вахта менән ситкә йөрөп эшләй.

2024 йылдың 4 февралендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыу өсөн контракт төҙөй. 21005 хәрби часының мотоуҡсылар батальонында уҡсы булып хеҙмәт итә.

2024 йылдың 18 апрелендә Донецк һәм Луганск Халыҡ Республикалары биләмәләрендә махсус хәрби операция барышында  һәләк була.

Беҙ мәрхүмдең әсәһе Ирина Михайловнаға һәм барлыҡ яҡын кешеләренә сабырлыҡ теләйбеҙ.

Ғүмерен Ватан именлеге өсөн аяуһыҙ көрәшкә бағышлаған яугирҙең мәңгелек йоҡоһо тыныс булһын.

Автор фотолары. 

Бәхил бул, яҡташ!
Бәхил бул, яҡташ!
Бәхил бул, яҡташ!
Бәхил бул, яҡташ!
Бәхил бул, яҡташ!
Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас