Бөгөн Бәләкәй Моҡас ауылы халҡы махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған яҡташы Илнур Ғәләмовты һуңғы юлға оҙатты.
Яугир менән хушлашыу сараһында уның яҡындары, ауылдаштары, район хакимиәте вәкилдәре, Мәләүез ҡалаһы, Мәләүез һәм Федоровка райондары хәрби комиссары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Артур Яҡупов, Мәләүез ауыл биләмәһе башлығы Илмир Уразинбәтов һәм башҡалар ҡатнашты.
Илнур Таһир улы 1986 йылдың 12 авгусында Бәләкәй Моҡас ауылында тыуған. 2001 йылда Ҡотош урта мәктәбендә туғыҙ класс тамамлағандан һуң ҡаланың 39-сы һөнәрселек училищеһына электр һәм газ менән иретеп йәбештереүсе һөнәре буйынса уҡырға инә.
2005 йылдың 16 июнендә РФ Ҡораллы Көстәре сафына алынып, 2007 йылдың 11 майына тиклем Владивостокта механик-водитель вазифаһында хеҙмәт итә.
Һуңынан Бәләкәй Моҡас ауылының фермер хужалығында эшләй. 2024 йылдың 14 мартында махсус хәрби операцияһында ҡатнашыу өсөн контракт төҙөй. Һалдат Луганск һәм Донецк Халыҡ Республикалары биләмәһендә хәрби бурысын үтәгәндә һәләк була.
Беҙ мәрхүмдең әсәһе Мөкәрәмә Фәрит ҡыҙының һәм барлыҡ яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашып, уларға сабырлыҡ теләйбеҙ.
Илебеҙ киләсәге өсөн аяуһыҙ көрәштә һәләк булған яҡташыбыҙҙың урыны йәннәттә булһын.
Автор фотолары.