Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
11 Ноябрь 2024, 00:42

Мәңгелек мөхәббәт

Һеҙ яратҡан йырҙың һүҙҙәре

Мәңгелек мөхәббәтМәңгелек мөхәббәт
Мәңгелек мөхәббәт
Мәңгелек мөхәббат - әсәйҙең күҙҙәре,
Йылдарға әйтелгән атайҙың һүҙҙәре.
Шуныһы үкенес: һуң ғына аңлайбыҙ
Күңелдең аҡлығын, һүҙҙәрҙең сафлығын.
Шуныһы үкенес: һуң ғына аңлайбыҙ,
Күңелдең аҡлығын, һүҙҙәрҙең сафлығын, һүҙҙәрҙең сафлығын.

Еңел булмай яҙмыш: ул һыулы, кәртәле.
Тормош күперҙәрен үтәһе бар әле.
Тормош юлдарында янымда үҙҙәре -
Әсәйҙең күҙҙәре, атайҙың һүҙҙәре.

Ҡайҙа ғына ташлаһа үҙемде яҙмыштар,
Ҡартайтып, ашығып үтһә лә яҙ ҡоштар,
Һәр ваҡыт хәтерҙә, һаҡлармын үҙҙәрен,
Әсәйҙең күҙҙәрен, атайҙың һүҙҙәрен.
Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас