Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
12 Ноябрь 2024, 11:21

Барыһын да үлтергәндәр

Марфа әбейҙе лә

Барыһын да үлтергәндәрБарыһын да үлтергәндәр
Барыһын да үлтергәндәр

"Был хаҡта миңә олатайым һөйләне. Бала сағында ул немецтар яҡынлашҡан ауылда бер туғандары менән йәшәгән. Өлкәндәр балаларын урманда, урмансы йортонда йәшерергә булған. Ризыҡты уларға Марфа әбей ташыр тип һөйләшкәндәр. Ә бына ауылға ҡайтыу ҡәтғи тыйылған булған.

Май һәм июнь айҙарында балалар шулай йәшәгән. Һәр иртә Марфа аҙыҡты һарайҙа ҡалдырған. Башта ата-әсәләр ҙә килгеләп йөрөйөгәндәр, әммә һуңынан туҡтағандар.

Көн һайын балалар әбейҙе тәҙрәгә ҡарап көткән. Ә Марфа килеп, ашарға ҡалдырып, уларға моңһоу бер аҙ ҡарап торған.

Әммә бер ваҡыт ул бүтән килмәй башлаған. Һәм бына өйгә ике ир килгән һәм балаларҙы үҙҙәре менән саҡырған. Улар партизандар булған. Уларҙан балалар ауыл бер ай элек яндырылғанын белә. Шул саҡта Марфа әбейҙе лә үлтергәндәр."

Г.Ҡ.

Автор:Дина Ишматова
Читайте нас