“Юбилейға арналған сығыштарҙа ғына түгел, башҡа ваҡыттарҙа ла хәйриә акциялары үткәреп торам: махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ике тиҫтәгә яҡын яугирҙең ҡатындары, әсәйҙәре Күмертау ҡалаһында уҙған концертымды тамаша ҡылды”, - ти бәйләнешкә сыҡҡан йырсы. Бар нәмә лә аҡса менән үлсәнмәгәнлеген белеп, кеше күңелен аңлағанығыҙ өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт, йырсы!
“Тамаша шул хәтлем дәртләндерҙе, ҡанат ҡуйҙы, бер мәлгә күңел яраларым бөтәште лә ҡуйҙы. Үҙ машинаһында килеп өйҙән алып килеп, кире алып ҡайтҡан, ошолайтып концерттарға йөрөтөп беҙҙе ҡайғыртҡан социаль координатор Альбина Арыҫлановаға, уның хеҙмәттәштәренә, бигерәк тә талантлы йырсы Рөстәм Ғиззәтуллинға ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ! Ижад ҡанатығыҙ талмаһын, тормош юлында тик изге кешеләр осрап торһон!” - ти гәзит аша рәхмәт белдерергә килгән, улы махсус хәрби операцияла һәләк булған Миңзәлә апай Аҡсулпанова.