Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
14 Ноябрь 2024, 12:36

Халыҡ бындай осрашыуҙарға сарсаған

Ауыл биләмәләрендә  район хакимәте вәкилдәре, район Советы һәм урындағы депутаттар менән осрашыуҙар башланды. 13 ноябрҙә Арыҫлан ауыл биләмәһендә уҙған ошондай сарала тирә-яҡ ауылдарҙан килгән халыҡтың әүҙемлеге күҙгә ташланды.

Халыҡ бындай осрашыуҙарға сарсағанХалыҡ бындай осрашыуҙарға сарсаған
Халыҡ бындай осрашыуҙарға сарсаған

Осрашыуҙың маҡсаты – халыҡ менән урында аралашыу, көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын бергәләп табыу, юридик ярҙам алыу.

Район хакимиәтенең төҙөлөш бүлеге начальнигы Рөстәм Хәмитов, район советы депутаты Николай Гераськин, район Советы белгесе Айгөл Кәримова ҡатнашты.

Ауыл биләмәһе башлығы Айрат Шәйәхмәтов социаль-иҡтисади үҫеш менән таныштырҙы һәм башҡарылған эштәргә байҡау яһаны. 8 тораҡ пунктты берләштергән биләмәлә бер урта мәктәп һәм мәктәпкәсә белем һәм тәрбиә биреү учреждениеһы бар.  Шулай уҡ 4 беренсел медицина ярҙамы күрһәтеү пункты 3 мәҙәниәт усағы эшләй.

“Бөгөн беҙ биләмәгә ҡағылышлы мөһим мәсьәләләрҙе тикшереү өсөн йыйылдыҡ. Үҙ көсөбөҙ менән йырып сыға алмағандарын хәл итеүҙә урындағы башланғыстарға ярҙам итеү программаһы булышлыҡ итә. Беҙ унда  2018 йылдан бирле ҡатнашып, Бәләкәй Шәрип, Яңауыл, Яҡтыкүл, Исламғол ауылдарындағы зыярат кәртәһен капиталь ремонтланыҡ, Смаҡ, Арыҫлан ауылдарында заманса балалар уйын майҙансығы урынлаштырыуға ирештек. Ағымдағыһында Смаҡ ауылында Йәштәр урамына асфальт юл түшәлде. “Беҙҙең ауыл” район программаһында ла ҡатнашабыҙ. “Ысын эштәр” программаһы сиктәрендә күләмле эштәр тормошҡа ашты. Алда башҡарылыу талап иткәндәре лә  бихисап. Берҙәм булғанда яңы үрҙәр яулауыбыҙға ышанам”,- тине Айрат Тимербай улы.

Биләмә халҡын төрлө йүнәлештәге һорау борсой. Мәҫәлән, Арыҫландар үҙҙәрендә мәҙәниәт йорто булмауына борсолоу белдерҙе. Район тормошонда әүҙем ҡатнашҡан халыҡ репетицияны йортта үткәрә, махсус операция биләмәһенә окоп шәме, маскировка селтәрен мәсет бинаһында үрергә мәжбүр.  Ауыл старостаһы Ринат Хәйбуллин йәштәрҙе ауылда ҡалдырыу яҡлы. Әммә ер участкалары бүленмәүенә ризаһыҙлыҡ белдерҙе. Был етди проблема район хакимиәте яғынан айырым иғтибар талап итә.

Шәрип ауылы вәкилдәре элекке балалар баҡсаһының буш торған бинаһын мәсет итеп биреүҙәрен һораны. Ҡышҡыһын бурандар мәлендә юлға ҡар һалыуы, был үҙ сиратында “Тиҙ ярҙам”, янғын һүндереү машиналарына үтергә ҡамасау итәсәге тураһында ла борсолоу белдерҙе.   ФАП -тарға ҡағылышлы һорауҙар күп яңғыраны. “Фелдшер пункты, мәктәп, балалар баҡсаһы юҡ. Ауыл эсендәге юлдар торошо насар, ремонт талап итә. Нефтселәрҙең ауыр техникаһы былай ҙа ярым емерек юлды юҡҡа сығара”,- тине ауыл халҡы.

Айрат Тимербай улы һәр һорауға төплө яуап бирҙе. Биләмәлә ҡар таҙартыу, янғын һүндереү техникаһы бар. Исламғол, Яңауыл, Яҡтыкүл ауылдарында ла ФАП буласаҡ, әммә бер аҙ  көтөргә тура киләсәк, тип ышандырҙы. Юлдарға килгәндә, халыҡ күпләп йәшәгән Смаҡ ауылында урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы буйынса асфальт түшәлгәндән һуң, башҡа тораҡ пункттарҙа  ла дауам итәсәк. Буш торған биналар ауыл хакимиәттәре балансына күсерелһә, халыҡҡа үҙ мәнфәғәтендә ҡулланыу мөмкинлеге тыуасаҡ.

Халыҡ бындай осрашыуҙарға сарсаған
Халыҡ бындай осрашыуҙарға сарсаған
Халыҡ бындай осрашыуҙарға сарсаған
Халыҡ бындай осрашыуҙарға сарсаған
Халыҡ бындай осрашыуҙарға сарсаған
Халыҡ бындай осрашыуҙарға сарсаған
Халыҡ бындай осрашыуҙарға сарсаған
Халыҡ бындай осрашыуҙарға сарсаған
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас