Район ауыл биләмәләрендә район хакимиәте вәкилдәре һәм муниципалитеттың вәкәләтле органдары депутаттары менән осрашыуҙар уҙа.
Бөгөн етәкселек Мәләүез ауыл биләмәһе халҡы менән аралашты. Осрашыуҙа район хакимиәте башлығының төҙөлөш, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм инфраструктура буйынса урынбаҫары Азат Килдебаев, район хакимиәтенең төҙөлөш бүлеге начальнигы Рөстәм Хәмитов һәм муниципаль район Советы депутаты Роман Баранов ҡатнашты.
Ауыл биләмәһе башлығы Илмир Уразинбәтов үҙ сығышында башҡарылған эш һөҙөмтәләре менән таныштырҙы. Шулай уҡ биләмәләрҙәге мөһим һәм көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдары хаҡында һүҙ алып барҙы. Халыҡҡа республика, район кимәлендә ғәмәлгә ашырылған программаларҙың әһәмиәте хаҡында һөйләне һәм уларҙа әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы.
Власть органдары вәкилдәре ауыл халҡы күтәргән байтаҡ һорауға яуап бирҙе, көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам күрһәтергә вәғәҙәләне.
Сара барышы хаҡында тулыраҡ гәзиттең киләһе һанында яҙырбыҙ.
Автор фотолары.