Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
15 Ноябрь 2024, 06:40

Һоро томан

   

Һоро томанҺоро томан
Һоро томан

"Был хәл Ҡырғыҙстан тауҙарында була. Альпинистар бәләкәй тау күле янында лагерь ҡора. Төн уртаһында барыһы ла йоҡларға ята башлай.

Шул саҡ күл яғынан әллә илаған, әллә көлгән тауыш ишетелә. Дуҫтар (улар биш ине) эштең нимәлә икәнлеген тикшерергә була.

Яр буйында улар бер нимә лә тапмай, ләкин томан араһында ялтырап торған сәйер аҡ уттарҙы күрәләр. Егеттәр ут янына ынтылалар. Улар күлгә табан бер нисә генә аҙым яһайҙар... һәм шунда һуңғы булып килгән берәү боҙло һыуҙа тубыҡтан баҫып торғанын күреп ҡала! Ул яҡындағы икәүҙе тарта ла, улар иҫтәренә килеп, томан араһынан сыға. Ә бына алда барған икәү томан эсендә юҡҡа сыға.

Уларҙы һыуыҡта, ҡараңғыла табыу мөмкин түгел. Иртә таңдан тере ҡалғандар ҡотҡарыусылар артынан ашыға. Ләкин улар бер кемде лә таба алмай. Ә кискә табан әҙ генә томанға сумып өлгөргән ике егет тә үлеп ҡуя."

Рәмил Ю.

Автор:Дина Ишматова
Читайте нас