Бөгөн, 15 ноябрҙә, Үрге Юлдаш ауылы халҡы махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған ауылдашы Илдар Мырҙағолов менән бәхилләште.
Матәм сараһында уның яҡын кешеләре, ауылдаштары, район хакимиәте вәкилдәре, Мәләүез ҡалаһы, Мәләүез һәм Федоровка райондары хәрби комиссары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Артур Яҡупов, Ергән ауыл биләмәһе башлығы Рәил Әбделғәниев һәм башҡалар ҡатнашты.
Илдар Марс улы 2002 йылдың 4 апрелендә Салауат ҡалаһында тыуған. Ергән урта мәктәбендә уҡый. 9 класты тамамлағандан һуң 2018 йылда Салауат механика-төҙөлөш колледжына уҡырға инеп, уны «Автомеханик» һөнәре буйынса тамамлай.
2024 йылдың 3 июнендә махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт итеү өсөн контракт төҙөй. 2024 йылдың 30 авгусында хәрби бурысын үтәгәндә һәләк була.
Яугир яҡташыбыҙҙың ҡаһарманлығы тереләр йөрәгендә урын алыр.
Беҙ мәрхүмдең барлыҡ яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ һәм рух ныҡлығы, сабырлыҡ теләйбеҙ.
Автор фотолары.