Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
15 Ноябрь 2024, 19:00

Ҡабаҡ бәлешенең иң тәмле һәм ябай ысулы

Бәлеш өсөн 300 грамм ҡырғыстан үткәрелгән ҡабаҡ, 100 грамм шәкәр, 100 грамм аҡ май, 200 грамм он, өс йомортҡа, бер лимон һәм аш содаһы алына.

Ҡабаҡ бәлешенең иң тәмле һәм ябай ысулыҠабаҡ бәлешенең иң тәмле һәм ябай ысулы
Ҡабаҡ бәлешенең иң тәмле һәм ябай ысулы
Йомшартылған май менән шәкәрҙе бутарға, уға йомортҡаларҙы өҫтәргә. Лимондың тышын ваҡ ҡырғыс аша үткәреп, массаға һалырға.
 
 
Ҡырылған ҡабаҡты һутынан һығып алырға һәм уға лимон һутын (сама менән 50 грамм) ҡойорға. Артабан уны төп массаға ҡушырға.
 
 
Бер балғалаҡ аш содаһын лимон һуты менән һүндерергә, ондо өҫтәргә. Яҡшылап болғатып, мейескә ҡуйырға. Бәлеш 180 градуста 40 минут самаһы бешә.
 
Сәйегеҙ тәмле булһын!
Был рецепт "Йәшлек" гәзитенән.
Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас