Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
19 Ноябрь 2024, 00:47

Ҡара тауыҡ

Бер нисә йыл элек Башҡортостандың ҡалаларының береһендә бер учреждениела йыйыштырыусы булып эшләгәйнем. Бер кемгә лә һөйләмәйем тип вәғәҙә итһәм дә, шундағы бер ваҡиғаны һөйләйем әле.

Ҡара тауыҡҠара тауыҡ
Ҡара тауыҡ

Учреждениела һуңғы ваҡыт ғәҙәттән тыш хәлдәр йыш була башланы. Йә техника боҙолдо, йә хеҙмәткәрҙәргә бәйле берәй күңелһеҙ хәл килеп сығып торҙо. Быға тиклем маҡтаулы тип һаналған ойошма етәксеһе ни эшләргә белмәне. Көндәрҙән бер көндө яҡын-тирәләге ауылдарҙың береһенән ҡара тауыҡ килтертеп, башына-күҙенә ҡара сепрәк бәйләгән ҡатынды саҡыртып, учреждение биләмәһендә салдырҙы ла, ҡанын бина тирәләй тамыҙҙырып сыҡты.
Был эште бөтә коллектив алдында башҡарҙылар. Электән эшләгәндәрҙең береһе лә ғәжәпләнмәне шикелле был күренешкә. Ә бына күптән түгел урынлашҡан өс-дүрт кеше, шулар иҫәбендә мин дә, ауыҙыбыҙҙы асып ҡарап торғанды күреп, эш бөткәс урынбаҫар үҙенең бүлмәһенә саҡыртып, был хаҡта бер кемгә лә һөйләмәҫкә вәғәҙә бирҙерҙе. Йәш егет көлөп ебәргәйне, һуңғы ваҡытта булған бөтә кире ваҡиғаларҙың асыуын унан алды. “Һинең генә аяғың ауыр булды. Быға тиклем ундай хәлдең булғаны булманы, фәлән дә фәсмәтән...”, - тип төкөрөгө сәсрәгәнсе ҡысҡырып әрләне. Теге йәш белгес һыны ҡатып көлгәнгә мин дә көлдөм дә ебәрҙем. Миңә лә эләкте.
Оҙаҡ эшләмәнем мин унда. Башҡалала эш тапҡайным, шунда сыҡтым да киттем. Тормошомдағы ҡара һыҙат минең шуның менән тамамланды. Тегеләрҙең әмәлләүе килеште ахырыһы.
Ә теге ойошманың хәле яҡшырҙымы икән – белмәйем. Шылтыратып белешергә бер кем дә ҡалманы. Электән эшләгәндәр барыбер бер нәмә лә әйтмәҫ ине...
Лариса БИКӘНӘЕВА.

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас