Конгэк
-13 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Ноябрь , 05:43

Ожмах тамуҡтан нимә менән айырыла

Бер ваҡыт бер изге кешегә Алла менән һөйләшергә насип була һәм ул: "Раббым, мин ожмахтың һәм тамуҡтың нимә икәнен белергә теләйем", -тигән.

Ожмах тамуҡтан нимә менән айырыла
Ожмах тамуҡтан нимә менән айырыла

Алла уны ике ишек янына алып килә. Бер ишекте аса һәм был изге кешене эскә индерә. Унда түңәрәк өҫтәл уртаһында бик тәмле аҙыҡ менән тулы ҙур һауыт тора. Ҡулдарына беркетелгән оҙон-оҙон һаплы ҡалаҡ булһа ла, өҫтәл тирәләй ултырған кешеләрҙең барыһы ла ас һәм ауырыу булып күренә. Баҡтиһәң, ҡалаҡтың тотҡаһы бик оҙон булғанлыҡтан, уны кешеләр ауыҙына тиклем күтәрә алмаған.
Изге кеше уларҙың бәхетһеҙлеген күреп шаҡ ҡата. Алла: "Һин әле тамуҡты күрҙең", - тигән.
Шунан улар икенсе ишеккә табан юллана. Был бүлмәләге күренеш тә элеккеһенә оҡшаш була. Бында ла шундай уҡ ҙур түңәрәк өҫтәл, өҫтәл тирәләй ултырған кешеләрҙең барыһы ла оҙон тотҡалы ҡалаҡ тотоп алған. Айырма тик шунда ғына: бындағы кешеләр бик бәхетле күренә, бер-береһе менән ихлас аралаша.
Был кеше тағы аптырап ҡала: "Нисек инде улай? Аңламайым!", - ти ул. "Бер нәмәгә лә ғәжәпләнергә түгел. Сәбәбе ябай: бындағы кешеләр бер-береһен ашатырға өйрәнгән. Ә тәүгеһендәгеләр үҙҙәре тураһында ғына уйлай", - тигән яуап ишеткән ул.
Мораль нимәләме? Мораль шунда: ожмах һәм тамуҡ икеһе лә бер. Айырма кешенең күңелендә. Бына шул ғына...

Лена Абдрахманова тәржемәһе.

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: