Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
21 Ноябрь 2024, 15:08

«Халыҡ участковыйы» билдәләнде

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Әбйәлил районы буйынса полиция участковыйы, өлкән лейтенант Мансур Моратшин XIV Бөтә Рәсәй конкурсында «Халыҡ участковыйы — 2024» тип танылды. 

«Халыҡ участковыйы» билдәләнде«Халыҡ участковыйы» билдәләнде
«Халыҡ участковыйы» билдәләнде

Республика делегаты абруйлы өсөнсө урынға лайыҡ булды. Моратшинға «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы, шулай уҡ ведомствоның маҡтау грамотаһы һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды, тип хәбәр итте "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.

«Граждандарҙы криминаль күренештәрҙән яҡлап, участковыйҙар йыл һайын 260 меңдән ашыу енәйәтте асыҡлай. Әммә уларҙың эшмәкәрлегендә иҫкәртеүгә өҫтөнлөк бирелә. Хеҙмәткәрҙәр йыл һайын 2 миллиондан ашыу административ хоҡуҡ боҙоуҙарҙы туҡтата. Уҙған йылда ғына шәхси состав 17 миллионға яҡын ғаризаны, йәғни эске эштәр органдарына килгән ғаризаларҙың яртыһынан күбеһен ҡараны», - тине Рәсәйҙең эске эштәр министры Владимир Колокольцев.

«Халыҡ участковыйы» өсөн тауыш биреүҙә йәмғеһе 1,3 миллиондан ашыу кеше ҡатнашты.

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас