Конгэк
+1 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Ноябрь , 05:43

Сәсегеҙҙе матур итеп йөрөтәм тиһәгеҙ

Сәстәрен буяған кеше белә – тамырҙары үҫеп китһә, был йәмһеҙ күренә. Ә бөҙрәханаға барырға ваҡыт юҡ. Кемдер сәсен йыш буяп зыян килтерергә теләмәй. Был осраҡта бөҙрәханаға барыуҙы кисектерергә ярҙам итерҙәй бер хәйлә бар.

Сәсегеҙҙе матур итеп йөрөтәм тиһәгеҙ
Сәсегеҙҙе матур итеп йөрөтәм тиһәгеҙ

Сәсегеҙҙе ҡара төҫкә буяғандан һуң тамырҙары аҡһыл булып үҫеп сыҡһа, хәлде төҙәтер өсөн ябай тушь ярҙам итә. Уның менән ипләп кенә сәс тамырҙарын буярға мөмкин. Әгәр һары сәсле булып, ҡара тамырҙар килеп сыҡһа, уларҙы йә пудра, йә “тень” менән буярға була. Аңлашыла, был саралар оҙаҡҡа түгел: ә бына мөһим осрашыу, кисекмәҫтән барыр урын килеп сыҡһа, бындай лайфхак кәрәк буласаҡ, тип хәбәр итә Хәйбулла хәбәрҙәре.

Йәнә бер кәңәш “майлы” сәстән яфаланғандарға ҡағыла. Әгәр көн һайын сәс йыуырға тура килә икән, тамырҙарына балалар присыпкаһы йәки крахмал яғыу ҙа етә. Был бысраҡ кеүек ялтырауҙан ҡотҡара һәм оҙағыраҡ ваҡыт таҙа күренеүен тәьмин итә.

Сәсегеҙҙең ҡабарып тороуын теләһәгеҙ, ғәҙәти теш щеткаһы ярҙамға килә. Уны алығыҙ ҙа, шәлкем-шәлкем сәсегеҙҙе тотоп, щетка менән тызығыҙ, өҫтән тамырына тиклем хәрәкәт яһағыҙ. Прическағыҙ шунда уҡ ҡабарынҡы булып күренер.

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: