Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
27 Ноябрь 2024, 00:35

Битарафлыҡ

Башҡорт халҡын бөтөрөүсе иң яуыз дошман эскеселәр, тигән булалар. Ҡаршы түгелмен. Шулайҙыр.

БитарафлыҡБитарафлыҡ
Битарафлыҡ

Башҡорт халҡын бөтөрөүселәр маңҡорттар ул, тигән булалар. Ҡаршы түгелмен. Шулайҙыр.
Башҡорт халҡын бөтөрөүселәр битарафтар ул, тиҙәр. Ә бына быныһына ҡуш ҡуллап ризамын. Ысынлап та, бар донъябыҙҙы битарафтар баҫып алған. Бына кемдәр ул халҡыбыҙҙың иң яуыз дошмандары. Уларҙы ситтән эҙләргә түгел. Битараф әҙәмдәр менән тирә-яғыбыҙ тулған. Ике аяҡлы ҡамғаҡтар һымаҡ улар.
Битарафтар эскеселәр менән маңҡорттарға ҡарағанда милләтебеҙ өсөн йөҙләтә тапҡыр ҡурҡынысыраҡ. Уларҙың бара-тора халҡыбыҙ яҙмышына һуңғы нөктә ҡуйыуҙары ла ихтимал. Аллам һаҡлаһын!
Эскеселәр эсеп үлеп бөтә, маңҡорттарҙың нәҫеле ҡорой. Ә бына битарафтар бөтмәй, улар аҙым һайын. Улар үрсей. Ә шулай ҙа битарафтарҙан ҡурҡмағыҙ, битараф булыуҙан ҡурҡығыҙ. Шулайтып ҡына халҡыбыҙҙы ҡотҡарып алып ҡала алырбыҙ.

Тәлғәт ШАҺМАНОВ.

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас