Метеорологик мәғлүмәттәргә ярашлы, 2 декабрҙә төбәк биләмәһен ҡар ҡаплай. Төндә термометр бағанаһы -6 градус билдәһенә тиклем төшә, айырым райондарҙа һауа температураһының -11 градусҡаса түбәнәйеүе ихтимал. Көндөҙгө температура 1; -4 градус тәшкил итәсәк. Республика территорияһында бер аҙ көнбайыштан ел иҫеүе көтөлә.