Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
3 Декабрь 2024, 06:40

Бәхил бул, ефрейтор!

Бөгөн, 3 декабрҙә, райондаштар махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған яугир, ефрейтор Юрий Манылов (11.06.1963 - 04.10. 2024 й.й.) менән бәхилләште.

Бәхил бул, ефрейтор!Бәхил бул, ефрейтор!
Бәхил бул, ефрейтор!

Бөгөн, 3 декабрҙә, райондаштар махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған яугир, ефрейтор Юрий Манылов (11.06.1963 - 04.10. 2024 й.й.) менән бәхилләште.

Матәм сараһында мәрхүмдең яҡын кешеләре, ҡала биләмәһе хакимиәте башлығы урынбаҫары Рәмил Ғайсин, Мәләүез ҡалаһы, Мәләүез һәм Федоровка райондары хәрби комиссары урынбаҫары Семен Кочергин һәм башҡалар ҡатнашты.

Юрий Иванович 1963 йылдың 11 июнендә Свердловск өлкәһенең Ревда ҡалаһында тыуған. 1980 йылда унынсы класты тамамлаған. Ревда баҡыр иретеү заводында крансы булып эшләгән.

 2024 йылдың 2 сентябрендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыу өсөн контракт төҙөп, Ватан һағына баҫа.

2024 йылдың 4 октябрендә Луганск һәм Донецк Халыҡ Республикалары биләмәләрендә хәрби бурыстарҙы үтәгән саҡта һәләк була.

Беҙ мәрхүмдең ҡатынына, ҡыҙына һәм барлыҡ яҡындарына рух ныҡлығы һәм сабырлыҡ теләп, ауыр хәсрәттәрен уртаҡлашабыҙ.

Автор фотолары.

Бәхил бул, ефрейтор!
Бәхил бул, ефрейтор!
Бәхил бул, ефрейтор!
Бәхил бул, ефрейтор!
Бәхил бул, ефрейтор!
Бәхил бул, ефрейтор!
Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас