Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
3 Декабрь 2024, 10:31

Контракт хеҙмәт һайла!

Егеттәр контракт хеҙмәт һайлай!

Бында тиҙ арала процедураларҙы үтергә мөмкин

Республикала “Һаҡсы” исемле граждандарҙы контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пункты асылды. Бында контракт хеҙмәтен  һайлаған ир-егеттәр тиҙ арала анализ тапшыра, ентекле медицина тикшереүе үтә ала. Үҙәк контракт буйынса хеҙмәткә барырға әҙер булған 18-65 йәштәге ир-егеттәрҙе ҡабул итә.

Үҙең менән паспорт, хәрби билет, ғаилә хәле тураһында, белем тураһында документ, СНИЛС, ИНН кәрәк.

Үҙәктә бер юлы 100-гә яҡын кеше була ала. Кандидаттарға бүлмәләр һәм түшәк кәрәк- ярағы бар, өс тапҡыр йылы аш менән тәьмин ителә.

Ҡайһы бер муниципалитеттар Оборона министрлығы менән килешеү төҙөгәндәргә бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләүҙең күләмен 400 мең һумға тиклем күтәрҙе. Бөтә түләүҙәрҙең дөйөм суммаһы 3825000 һум тәшкил итә. Яугирҙәргә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ҡырҡтан ашыу льгота ҡаралған.

Контракт хеҙмәт һайла!
Контракт хеҙмәт һайла!
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас