Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
3 Декабрь 2024, 04:41

Оһо! Был гигант ҡайҙан?

   

Оһо! Был гигант ҡайҙан?Оһо! Был гигант ҡайҙан?
Оһо! Был гигант ҡайҙан?

Һеҙ быны белә инегеҙме? Ғалимдарҙың һуңғы тикшеренеүҙәренә ярашлы, уңайлы шарттарҙа суртандың 33 йыл йәшәүе мөмкин, шул уҡ ваҡытта тешле йыртҡыстың уртаса ғүмер оҙонлоғо - 18 йылдан алып 20 йылға тиклем. Тешле йыртҡыстың ғүмер оҙайлығын тикшереү барышында ғалимдар суртандың ғүмере буйына үҫеүен билдәләгән.

Баймаҡ районының Ниғәмәт ауылынан Әмир Юлғотлин Һаҡмар йылғаһында биш килограмм ауырлыҡтағы суртанды тотҡан. Был уның тәүге рекорды түгел - былтыр ул ете килограммлыҡ балыҡты тотҡан.

«Мин суртанды бәләкәй генә балыҡтарға тотам һәм флагтар ҡуям, - тип һөйләне балыҡсы. - Һаҡмарҙа тәмле балыҡ тотола, һәм мин ҙур ҡәнәғәтлек менән ғаиләмде яңы тотолған балыҡ менән һыйлайым. Алыҫ бармайым - Һаҡмарға барам, ҡайһы берҙә Талҡаҫ күленә сығам».

Әмир Юлғотлин әйтеүенсә, балыҡ тотоу ҡомары уға көс өҫтәй.

Автор:
Читайте нас