Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн республикала урыны менән бер аҙ епшек ҡар һәм ҡар яуыуы, боҙлауыҡ көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын, һауа температураһы көндөҙ 1, -4 градус.
Кесаҙна, 5 декабрҙә, бер аҙ ҡар яуа, айырым райондарҙа боҙлауыҡ. Ел көнбайыштан, йүнәлешен төньяҡҡа үҙгәртеп талғын, урыны менән киҫкен. Һауа температураһы төндә -2, -7 градус, аяҙытҡанда -12 градусҡаса һалҡын. Көндөҙ 0, -5 градус.
Йома, 6 декабрҙә, урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы фаразлана. Төньяҡ сиректән ел талғын. Һауа температураһы төндә -7, -12, аяҙытҡанда -17 градусҡа тиклем. Көндөҙ -5, -10.