Конгэк
-4 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Декабрь , 12:20

Бар ул шундай ҡатындар

Әбет ауылында йәшәгән Венера апай менән районға эш сәфәре барышында осраштыҡ.

Ул сирек быуат ғүмерен һауынсы эшенә - физик сыҙамлыҡ һәм ныҡлыҡ талап иткән еңел булмаған хеҙмәткә арнаған. Көн һайын таңдан тороп, һауа торошона ҡарамай, фермаға йүгерергә,  һыйырҙарҙы һауып, һөтөн оҙатырға, һөт һауыу аппараттарын йыуырға, ҡайтҡас береһенән-береһе бәләкәй балаларҙы уятып мәктәпкә оҙатырға, йортоңда тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ эште тамамлап өлгөрөргә лә кәрәк. Ҡатын-ҡыҙҙы, беренсе сиратта хеҙмәт сыныҡтыра, бешеләндерә тигәндәре менән бәхәсләшеү урынһыҙ, минеңсә. Бындай мәлдәрҙә көс бөткәндәй тойола, әммә балаларыңды күреү, иңеңдә әсәйлек хисен тойоу арыуыңды ҡул менән һыпырып алғандай юҡҡа сығара.  

Йөҙөнән ябайлыҡ ихласлыҡ бөркөлгән ҡатын, әсә, өләсәй менән аралашыу бәхете тейҙе.

-  Уҡыуҙы тамамлағас хеҙмәт юлын элекке Ленин исемендәге колхозда башланым. Мәктәптә йылдарында уҡ һауынсы булып эшләгән  әсәйем Мәстүрә Бикташеваға ярҙамға йөрөнөм. Уның менән йәнәш атлап барыу, эш тамамланғас бергәләшеп ҡайтыу әле лә үҫмер сағымдың күңелле бер хәтирәһе булып һаҡлана. Элек фермала ҡыҙыл мөйөш тигән бүлмәлә һауынсыларҙың күпме һөт һауғаны тураһында мәғлүмәт яңыртыла ине. Был алым ҡатын-ҡыҙҙар араһында хеҙмәт сәме уятҡандыр, тип уйлайым. Һәр кем үҙ төркөмөндәге һәүкәшкә шул тиклем иғтибарлы булды.

Беҙҙең заманда эш һаман да еңеләйҙе, фермала бәйһеҙ һауыу индерелде.  Йәмилә Сәфәрғолова, Илүзә Ханнанова,  мин - өс әхирәт ул йылдарҙы әле лә тормоштоң күңелле мәле итеп хәтерләйбеҙ. Үҙгәртеп ҡороу заманын да үттек, тормош бит гел генә бер көйө дауам итмәй, ҡыйынлыҡ, ҡаршылыҡтарҙы еңер өсөн маҡсат булыу мөһим. Беҙ әсә, ҡатын-ҡыҙ булараҡ, балаларыбыҙҙы үҫтереү, аяҡҡа баҫтырыу, кеше итеү теләге менән йәшәнек. Аллаға шөкөр, бөгөн 3 ҡыҙым да үҙ аллы. Фаягөл, Айгөл, Лилиә - үҙҙәре әсәй. 7 ейән- ейәнсәрем донъяма йәм өҫтәй.

Әхирәттәр менән аралашҡанда йыш ҡына элеккесә иртән тороп фермаға барыу теләге уяна. Ул йылдар нисек кенә ауыр булмаһын күңелдә  күңелле осор булып һаҡлана. Һауынсы булып эшләү бер ҡасан да ҙур аҡса килтермәне, бары тик тыуған ергә, кесе Ватанға файҙа килтереү, йәмғиәткә кәрәкле кеше булыу, балаларҙы хеҙмәт өлгөһөндә тәрбиәләү ысулы булды.

Бөгөн эш юҡ, заман ауыр тигәндәрҙе аңламайым. Эш урынына йәйәү йөрөтмәйҙәр: килеп алып, илтеп ҡуялар, күнәкләп һөт ташымайһың, һәнәкләп мал аҙығы таратмайһың. Рәхәтләнеп эшлә лә бит. Тик йәштәр икенсе төрлө уйлай, үтә лә еңелде эҙләй. Бөгөн дә мал аҫырайым, ҡош-ҡорт тәрбиәләйем, баҡса үҫтерәм, ти Венера

Ҡатын-ҡыҙ ниндәй генә һынау алдында ҡалһа ла, уны еңеп, йырып сығыр көс табырға һәләтле. Яҡташтарым, ауылдаштарымды Әсәләр көнө менән ҡотлайым.

Бар ул шундай ҡатындар
Бар ул шундай ҡатындар
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас: