Конгэк
-4 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Декабрь , 12:29

Йылдар бит ул епкә теҙелгән мәрйен һымаҡ

Әбет ауылы тырыш, уңған халҡы менән дан тота. Быуаттарға тоташҡан тәрән, данлы тарихлы тораҡ пункттарҙың береһе ул. Ауылдаштарҙың төп сифаты - ихласлыҡ, ябайлыҡ. Илдә барған ваҡиғаларға үҙ ҡарашы булған, ер-һыуы өсөн утҡа-һыуға инергә әҙерҙәр бында.

Өс тиҫтә йыл ғүмерен заманында көслө хужалыҡтарҙың береһе булған Ленин исемендәге колхоздың хаҡлы ялдағы механизаторы Ғәббәс Иҫәнов тураһында бөгөнгө яҙма.

Ул ошонда тыуып-үҫкән. Бөгөн ауылдың иң оло йәштәге кешеләренең береһе. Хужалыҡты үҫтереү, яңы алымдар индереү генә түгел, уларҙы һынау, ҡулланыуға үҙ өлөшөн индергән механизатор. Тура һүҙле, әле лә ошо һыҙаты аралашҡанда күҙгә ташлана. “Холоҡ кешене ҡартайғансы ташламай икән. Һөйҙөргән дә тел, көйҙөргән дә тел тигәндәрен инҡар итмәйем. Йәштән ярамһаҡланыуҙы енем һөймәне. Ваҡытында уйлағанымды әйтеп барыуым күп осраҡта минең файҙаға булманы,- ти аҡһаҡал. – Ғүмер буйы Ленин колхозында сөгөлдөр сәстем, утаным, сығарҙым, тейәнем. Татлы тамыр сәсә башлаған йылдарҙа уның уңышы беҙ көткәндән байтаҡҡа кәм булды. Утаусыларға ла өйөм-өйөм булып үҫкән татлы тамырҙы һирәкләү ауыр ине. Ҡарап йөрөйөм, ҡатын-ҡыҙ, балалар йәл,  бер ваҡыт төрлө һыҙымдар эшләп, бер нисә тапҡыр ошо ысулды бер кемгә әйтмәй һынаным да, орлоҡ ҡойола торған ҡоролманы үҙгәртеберәк урынлаштырҙым. Уйым килеп сыҡмаһа нимә янағанын аңлай инем. Бер нисә гектар сәскәс, рәйес Сәлих Зәйнәғәбдинов елдереп яныма килеп етте. “Нишләп орлоҡ алмайһың, нимә сәсәһең һин?” тип асыулана. Аңлатып бирҙем. Маҡтаманы, әлбиттә, сөгөлдөр үҫентеһе сыҡмаһа, нимә булырын асыҡтан-асыҡ әйтте. Аллаға шөкөр, шул йылды татлы тамыр уңышының гектар ҡеүәте шул тиклем юғары булды, утаусыларҙың да эше еңеләйҙе. Ошонан һуң Ленин колхозында төрлө семинарҙар ойошторола башланы һәм беҙ тәжрибә үҙәгенә әүерелдек. Белем камиллаштырыу буйынса уҡыуҙар үттем, хатта ВДНХ-ға ебәрҙеләр. Ул йылдарҙа беҙ йәш, эш күп, йәшәү күңелле ине. Социалистик ярыш, бишйыллыҡ пландар дәүере булып хәтерҙә ҡалды”,- ти ул хәтирәләр ебен таратып.

   Механизатор - физик сыҙамлылыҡтан тыш, техниканы тәрән белеүҙе, шулай уҡ ҡатмарлы хәлдәрҙә тиҙ арала ҡарар ҡабул итеүҙе талап иткән һөнәр. Утыҙ йылдан ашыу ошо өлкәлә эшләгән Ғәббәс Әғзәм улы ул йылдарҙы шулай хәтерләй. Үҙҙәренең хеҙмәте менән ауыл хужалығын үҫтереүгә тос өлөш индергән быуын хөрмәткә лайыҡ. Ғәббәс ағайҙы бөгөн ауыл клубына балалар менән осрашыуға саҡыралар, Ололар көнө лә уның көтөп алған байрамы. Технологияларҙың нисек үҙгәреүен, яңы техника һәм машиналарҙың кеше хеҙмәтен еңеләйтеүен йыш хәтерләй.

 - Ошо йылдар арауығында ниндәй генә ҡаршылыҡ алдында ҡалһам да, бер ҡасан да китәм тигән уй башҡа инеп сыҡманы,- ти хеҙмәт ветераны. – Иҫке совет тракторынан алып заманса комбайндарға тиклем эшләп өлгөрҙөм. Яңы эш алымын үҙләштереү менән бергә йәштәрҙе лә техникала эшләү серҙәренә өйрәттем. Бөгөн дә осрашыуҙарҙа балаларға оҫталыҡ серҙәрен һөйләйем, тормошомдан ҡыҙыҡлы ваҡиғалар тураһынды бәйән итәм. Хәләл ефетем Зәйтүнә инәйегеҙ менән 6 балаға ғүмер бирҙек. Ул да һауынсы булып эшләне, бер нисә йыл элек баҡыйлыҡҡа күсте. Бөгөн Мораҙым улым менән йәшәйбеҙ. 25 ҡаҙ һатып алдым, йәйем шулар менән мәж килеп үтте лә китте. Картуф, йәшелсә үҙебеҙҙеке.

Йәштәргә нимә әйтер инем? Йәшәр өсөн, кеше булыр өсөн тырышырға, теш-тырнағың менән тормошҡа йәбешергә, һәр көндөң ҡәҙерен белергә кәрәк. Ҡайһы саҡ шуны аңламай елғыуарланып китәләр. Ә улай йәшәргә ярамай.

Әбет ауылында бына шундай кеше йәшәй. Тормошо башҡаларҙыҡынан әллә нимә менән айырылмай. Хәтер төйөнсөгөнә ҡағыл ғына - ваҡыт монары артында ҡалған йылдарҙы епкә теҙелгән мәрйендәй теҙеп һала.

Йылдар бит ул епкә теҙелгән мәрйен һымаҡ
Йылдар бит ул епкә теҙелгән мәрйен һымаҡ
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас: