Урман тып-тын. Мин дә өндәшмәйем. Ҡасандыр шаулап үҫкән ҡеүәтле ағастан ҡалған ҙур түмгәк тә «телһеҙ». Бөгөн ботаҡтар, япраҡтар, ҡоштар, хатта бығаса олондар араһында йөрөп тауыш сығарған ел дә тыныс.
Бында көҙ хакимлыҡ итә. Ағас-ҡыуаҡтарҙың оҙайлы йоҡоға әҙерләнгәнен раҫлағандай, улар өҫтөнә ҡуйы булмаған, үтә күренмәле томан төшөп килә. Хәстәрлекле тәбиғәт-әсә үҙ балаһын, унда йәшеренгән бар тере йән эйәләрен, шул иҫәптән мине лә йомшаҡ япма менән һаҡлап ҡапларға теләгәндәй. Кемдер йоҡоға талған, ә кемдер әле һаман урман тормошо менән йәшәүен дауам итә. Ҡойолған төрлө төҫтәге сағыу япраҡтар юрған булып һалҡын ерҙе ҡаплаған. Урман да һағышлы, мин дә...
Яҙғы-йәйге мәшәҡәт менән тулы ағастарҙың йәшәү миҙгеле тамамланғандай: яҙын йәшел «кейем» кейергә, алҡа-сәскә «тағырға» , йәйен көс йыйырға, ә көҙөн үҙ нәҫелеңде дауам итергә кәрәк. Йыл һайын, урыныңдан ҡуҙғалмайынса баҫып торорға мәжбүрһең: күрше сауҡалыҡҡа, ҡайын-дуҫтарыңа йәки шишмәгә барып, һалҡын һыу өҫтөндә нәҙек ботаҡтарыңды һелкетеп, һыу төбөндә тәгәрәшкән таштар менән дә уйнай алмайһың... Бары тик ер һине ҡабул иткән урында үҫәһең: берәүҙәр матур, ә икенселәре әллә ни күҙгә ташланып бармаған урынды һайлаған. Ни хәл итәһең, ҡайһылай ғына булһа ла, был һинең тамыр йәйгән ерең, тимәк, һинең өйөң дә. Ниндәйҙер ағастар яңғыҙ үҫә, ә ҡайһылары тоташ урман хасил иткән. Бынан тыш, һиңә үҙ нәҫелеңде дауам итергә, башҡа йән эйәләре тураһында хәстәрлек күрергә, ҡош ояларын йәшереп, улар өсөн йорт булырға, тоҡомон үҫтерергә ярҙам итергә кәрәк. Шулай уҡ бөтә донъяны саф һауа менән тәьмин итеүҙе, саң һәм башҡа зарарлы ҡушылмаларҙы эшкәртеүҙе башҡарырға кәрәк. Урман хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ ул...
Мауыҡтырғыс мәҡәләне гәзиттең 49-сы һанында уҡығыҙ.
Л.Хәйруллина фотоһы.