Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
8 Декабрь 2024, 13:25

Көнһылыу

Баймаҡ юлында сумаҙан күтәреп күҙ йәштәренә быуылып ҡайтып барған Көнһылыу ниндәй меҫкен, бахыр ине.

КөнһылыуКөнһылыу
Көнһылыу

Баймаҡ юлында сумаҙан күтәреп күҙ йәштәренә быуылып ҡайтып барған Көнһылыу ниндәй меҫкен,бахыр ине. Ә Шафиҡ тантана итте. Бына хәс тә бөгөнгө һымаҡ!

Дивандан торҙо Шафиҡ. Баяғы ҡағыҙға ,,Һин ҡайғырҙыңмы?" тип яҙҙы ла, күршеһенә инде. Көнһылыу күҙҙәрен йомған,тик йоҡламай. Былай ғына ята,йоҡо алмай уны.

Шафиҡ ҡағыҙҙы Көнһылыуҙың усына көсләп тыҡты: уҡы! Ҡатын ,,терт" итеп ҡалды,ҡалтыранды. Тағы тороп, күҙлеген алды, ҡағыҙға күҙ югертте.

-Юҡсы.Ҡайғырманыым..Шафиҡ,нишләп мине ыҙалатаһың?Мин арығанмын.

-Алдама,һин бит ҡайғырҙың...Әйт.ҡайғырҙыңмы?-бәләкәс кенә ҡатындың ике яурынынан һелкетте Шафиҡ-Әйт!!!Ҡайғырҙыңмы?

-Ниндәй яуап ишеткең килә?-Көнһылыу ҡалтыранды,йөҙө ап-аҡ булды.

-Һин иланыңмы?-Шафиҡ тағы ҡысҡырҙы-Иланыңмы,һаңрау!

-Иламаным...Иламайым да...-әлегә тиклем ныҡ булырға тырышҡан ҡатын илап ебәрҙе.Юҡ,Ғүмәр китеп барғанға түгел,әлеге күршеһенең,элекке иренең,һинең менән ҡасандыр бер түшәк бүлешкән хәләлеңдең,балалар атаһының шулай бәғерһеҙ ,йәнһеҙ булғанына илай ул...Ғүмәрҙең үлемен әле күңеле ҡабул итмәне.Ышанмай әле ул!

-Иланы,иланы...-Шафиҡ бүлмәнән сыҡты.

,,Ни өсөн мине туҡтауһыҙ һынайһың,Хоҙайым?Ниндәй һөйкөмһөҙ ,һөймәләкһеҙ бәндәң һуң мин һинең?"-шулай уйлай Көнһылыу,баяғы ҡағыҙ киҫәге һаман усында үҙенең.

Хоҙай бәндәһенә иңдәре күтәрерлек ҡайғы-хәсрәт ебәрә ,тиҙәр.Көнһылыуҙың иңдәре анау сама ҡайғынан һығылды,үҙе бәләкәсәйеп ҡалды.

Йоҡо алманы.Түп-түңәрәк айҙың нурҙары Көнһылыуҙың матур йөҙөнә төшкәндәр!Ә күҙҙәре элеккесә-балҡып торған ике йондоҙ ише!Тик моңһоуҙар.Көнһылыу усына йомған

ҡайғылы хәбәр менән яңғыҙы ғына.Был уның ҡайғыһы.Күрше менән уртаҡлаша торған түгел.

Ат йүгерек түгел,күңел югерек!Ана шул югерек күңел Көнһылыуҙы һә тигәнсә йәмле Һаҡмар буйына ,йәм-йәшел туғайҙарға,атаһының пар аттар егелгән йәшел бесәнле арбаһына ,туғандарырына ,Ғәбиҙә өләсәһенә,ата-әсәһененә,һөйгәнен оҙатҡан Оло юлға ла алып бара.Олоғая барған һайын алыҫта-зәңгәр тауҙар,алһыу офоҡтар,ап-аҡ томандар артында ҡалған баласаҡҡа,йәшлеккә, сикһеҙ бәхетле мәлгә - тыуған яҡҡа ҡайтҡы килә! Ҡайтыр...

С.Тамимдар.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас