Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
8 Декабрь 2024, 07:07

«Ҡоролтай – башҡорт халҡының терәге»

12 – 14 декабрҙә Өфөлә VI Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы үтә. Мөһим йыйын алдынан «Башинформ» башҡорт аҡһаҡалдары, абруйлы йәмәғәт эшмәкәрҙәре менән аралашыуҙы дауам итә. Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев милләтебеҙҙе борсоған мөһим мәсьәләләр, башҡорт ҡоролтайҙары, үткәне һәм киләсәге хаҡында һөйләне. 

«Ҡоролтай – башҡорт халҡының терәге»«Ҡоролтай – башҡорт халҡының терәге»
«Ҡоролтай – башҡорт халҡының терәге»
– Һөйләшеүҙе тарихтан башлайыҡ: башҡорт ҡоролтайҙары ҡасан үткәрелә башлаған? Улар халҡыбыҙ яҙмышына ниндәй үҙгәрештәр индергән?

– Башҡортттоң йолаһы шулай, борон-борондан халҡыбыҙ йыйын үткәреп, мөһим мәсьәләләрҙе хәл иткән, милләтте һәм телде һаҡлаған. Әйткәндәй, тәүге башҡорт ҡоролтайҙары 1917 – 1918 йылдарҙа үткәрелгән. Тап ошондай рухта 90-сы йылдарҙа «Урал» башҡорт халыҡ үҙәгенең эшмәкәрлеге йәнләнеп китте. 1995 йылда «Нефтяник» мәҙәниәт һарайында (хәҙерге «Башҡортостан» концерт залы) яңы тормошобоҙҙоң I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы уҙғарылды. Иҫ киткес рух тантанаһы булды, беренсе Президентыбыҙ Мортаза Рәхимовтың сығышын халыҡ күтәренке рух менән ҡаршы алды. Атаҡлы ғалим, археолог Нияз Мәжитов етәкселегендә эшләп алып киткән ҡоролтай туған телебеҙҙең дәүләт статусын нығытыу, уны һаҡлау һәм даирәһен киңәйтеү буйынса мөһим эштәр башҡарҙы. Тап шул йылдарҙа башҡорттарҙың аҫаба ерен һаҡлау, уны һатыуҙы тыйыу буйынса мөһим закондар ҡабул ителде. Онотолоп барған тарихыбыҙ тергеҙелде, был юҫыҡта бер генә сараны иҫкә төшөрөү етә: XVIII быуатта булған Һөйәнтүҙ фажиғәһе урынында Асҡын һәм Ҡариҙел райондары ҡоролтайҙары кәңәшмәһе уҙғарылды. 

Күпләп башҡорттар йәшәгән төбәктәр менән хеҙмәттәшлек нығынды, уларҙың һәр ҡайһыһында ҡоролтайҙар үткәрелде. Ул йылдарҙа сит төбәктәрҙә милләтебеҙ өсөн ең һыҙғанып эшләгән замандаштарымды атап китмәһәм, яҙыҡ булыр: Силәбелә – Рәфҡәт Камалов, Ырымбурҙа – Миңнулла Ғәбитов, Һамарҙа – Сафиулла Вилданов, Пермдә – Рәсил Мөхәмәтйәнов, Ханты-Мансы автономиялы округында – Рәүҙәт Ҡолмәмбәтов, Екатеринбургта Нәфисә Тюменцева һ.б. башҡорт ҡоролтайҙарының эшен уңышлы ойошторҙо.

Аҙағын "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы сайтында уҡырға мөмкин.

Фото:Олег Яровиков

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас