Бүтән инде һөймәҫ был йөрәк.
Таңдарында күңелем талдарында
һандуғастар һайрар бик һирәк».
Йоҡлай ине йәнем тыныслыҡта,
Янғантауҙа янып уяндым.
Сыйырсыҡтар ярһып һайранылар,
яңғыратып яҙғы урманды.
Хайран ҡалып баҡтым мин донъяға,
Янғантауҙың йәшел йәменә.
Шифа булып керҙе тау һауаһы,
ер йылыһы сырхау тәнемә.
Ҡар аҫтынан сыҡҡан гөлдәр кеүек,—
ни мөғжизә? Ни был? — Яңынан
таныш хистәр йәндә терелделәр:
йәнә һөйәм, йәнә һағынам!
«Үтте инде шаян шатлыҡтарым,
ҡабат килмәҫ йәшлек һағыштарым»,—
тип әйтергә, ахыры, ашыҡтым.
Шатлыҡтарым һағыш менән тулы,
һағыштарым минең шатлыҡлы.
...һаҡла мине, һаҡлай күрсе, яҙмыш,
йәшәүҙәрҙән тынып, хушһынып!
Йәшәйемсе ҡалған ғүмерҙе лә
һөйөп, янып, көйөп, юҡһынып!
Рафаэль Сафин.