Бөгөн, 9 декабрҙә, район-ҡала халҡы махсус хәрби операция барышында батырҙарса һәләк булған яугир Олег Киселев менән мәңгелеккә бәхилләште.
Матәм сараһында мәрхүм яҡташыбыҙҙың яҡындары, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Геннадий Шлычков, Мәләүез ҡалаһы, Мәләүез һәм Федоровка райондары хәрби комиссары Ринат Ғибәҙуллин, йәмәғәт ойошмалары, ойошма һәм предприятиелар вәкилдәре, кадеттар һәм башҡалар ҡатнашты.
Олег Владимирович 1983 йылдың 27 октябрендә Мәләүездә тыуған. Ҡаланың 4-се урта мәктәбендә 9 класты тамамлағандан һуң 39-сы һөнәрселек училищеһына уҡырға инеп, уны 2005 йылда газ-электр иретеп йәбештереүсеһе һөнәре буйынса тамамлай.
2003 - 2005 йылда РФ Ҡораллы Көстәре сафында хеҙмәт үтә.
Төрлө ойошмаларҙа эшләй. Һуңғы эш урыны - Салауат ҡалаһының «Газпромнефтехим» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә слесарь була.
2024 йылдың 17 ноябрендә контракт төҙөп, махсус хәрби операция биләмәһенә юллана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Донецк һәм Луганск Халыҡ Республикаларында хәрби хеҙмәт бурыстарын үтәгәндә батырҙарса һәләк була.
Мәләүез егете яҡындарының һәм яҡташтарының күңелендә һәйбәт кеше, яуҙаштарының хәтерендә ҡыйыу һәм тәүәккәл һалдат булып һаҡланыр.
Беҙ мәрхүм яугирҙең барлыҡ туғандарының ауыр хәсрәтен уртаҡлашып, уларға рухи көс, күркәм сабырлыҡ теләйбеҙ.
Автор фотолары.