Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
10 Декабрь 2024, 11:20

Китмә һин!

Һөйләшеп һүҙҙәр ҙә бөтмәгән,Йырлайһы йырҙар ҙа бар әле,Китмә һин үпкәләп, китмә һин,Янымда мәңгегә ҡал әле!

Китмә һин!Китмә һин!
Китмә һин!

Һөйләшеп һүҙҙәр ҙә бөтмәгән,
Йырлайһы йырҙар ҙа бар әле,
Китмә һин үпкәләп, китмә һин,
Янымда мәңгегә ҡал әле!

Китмә һин йөрәкте яралап,
Әйләнеп барыбер килерһең.
Ғүмергә өҙөлөп һөйөрмөн —
Китмә һин, китмә һин, китмә һин!

Яҙҙағы ҡоштарҙай ашҡынып,
Һағынып яныңа киләм мин.
Күрешеп күҙҙәр ҙә туймаған —
Китмә һин, бәғерем, китмә һин!

Китмә һин йөрәкте яралап,
Әйләнеп барыбер килерһең.
Ғүмергә өҙөлөп һөйөрмөн —
Китмә һин, китмә һин, китмә һин!

  Марсель Иванов көйө
  Марсель Ғимазетдинов һүҙҙәре

https://vk.com/club173566611

 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас