Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
11 Декабрь 2024, 01:26

Беҙ һатманыҡ атай-әсәй йортон

Беҙ һатманыҡ атай-әсәй йортон,Ыҙғышманыҡ донъя бүлешеп.

Беҙ һатманыҡ атай-әсәй йортонБеҙ һатманыҡ атай-әсәй йортон
Беҙ һатманыҡ атай-әсәй йортон

Унда беҙҙең туғаныбыҙ йәшәй,
Йыйылабыҙ хәлдәр белешеп.

Тыуған йортта бергә йыйылғанда
Юҡтыр кеүек беҙҙән бәхетле.
Ғүмеребеҙ буйы онотмабыҙ
Атай-әсәй ҡорған тәхетте!

Бар туғандар бергә йыйылғанда
Ғәзиз йорттоң йылы түренә.
Киләсәккә барыр юлдарыбыҙ
Асығыраҡ, яҡты күренә.

Бер ҡасан да тәхет һатылмаған,
Ул һатылһа, ил дә һатыла.
Һаҡлайыҡсы тыуып-үҫкән йортто
Атай-әсәйҙәрҙең хаҡына.

Зөфәр Вәлит.

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас