Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
14 Декабрь 2024, 01:00

Ҡулдарынан тама гөл-сәскә

Районыбыҙҙың Яңауыл ауылына юл төшкәндә, унда йәшәгән ҡул эшенә маһир Зилә Смаҡова йортонда булып, оҫтабикә тыуҙырған матурлыҡты күреп сыҡтыҡ.

Ҡулдарынан тама гөл-сәскәҠулдарынан тама гөл-сәскә
Ҡулдарынан тама гөл-сәскә

Ваҡыт тәгәрмәсе көндән-көн алға тәгәрәп, йәшәйеш заманға яраҡлашып, үҙгәреп торһа ла, күптәр халҡыбыҙға хас боронғо шөғөлдәргә тартыла, уларҙы тергеҙергә тырыша. Бөгөн кейеҙ баҫыу, тегеү, сигеү, бәйләү, милли биҙәүестәр яһау кеүек кәсептәр яңы һулыш ала.

Районыбыҙҙың Яңауыл ауылына юл төшкәндә, унда йәшәгән ҡул эшенә маһир Зилә Смаҡова йортонда булып, оҫтабикә тыуҙырған матурлыҡты күреп сыҡтыҡ.

Өй түрен йәмләп ултырған сәйләндән йыйылған сәскә-ағастарға, алъяпҡыстарға, мендәр тыштарына, картиналарға сигелгән рәсемдәргә, селтәрләп бәйләнгән япмаларға күпме күҙ нуры, күңел йылыһы һәм тырышлыҡ һалынған! Зилә апайҙың йәшәүенә - йәм, йәненә тыныслыҡ биргән шөғөлөнә ныҡлап тотоноуы ойоҡбаш, бейәләй кеүек ябай ғына әйберҙәр бәйләүҙән башланған. Бөгөн ул рәсемдәрҙе сатрашлап, тултырып сигеү алымы менән туҡымаға күсерә. Шулай уҡ алмаз мозаикаһы тип аталған заманса ысулды ла уңышлы үҙләштереп өлгөргән. Һуңғы йылдарҙа халҡыбыҙҙың милли биҙәктәрен һалып сиккән таҫтамалдары күҙҙең яуын ала. Оҫта ҡуллы яҡташыбыҙҙың эштәре Рәсәй, республика, район кимәлендә үҙған сараларҙы йәмләй. Уның тырышлығы һәм әүҙемлеге Маҡтау грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән баһаланған...

Мәҡәлә тулы күләмдә гәзиттең 50-се һанында баҫылды.

Автор фотоһы. 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас