Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
15 Декабрь 2024, 15:50

Башымды кимереп бөттө...

Уҡытыусы:- Нәркәс, ниңә һин «мамыҡ» һүҙенең аҙағына йомшаҡлыҡ билдәһе ҡуйҙың?Нәркәс:- Мамыҡ бит йомшаҡ була, шуға ҡуйғанмындыр инде, апай…

Башымды кимереп бөттө...Башымды кимереп бөттө...
Башымды кимереп бөттө...

Уҡытыусы:
- Нәркәс, ниңә һин «мамыҡ» һүҙенең аҙағына йомшаҡлыҡ билдәһе ҡуйҙың?
Нәркәс:
- Мамыҡ бит йомшаҡ була, шуға ҡуйғанмындыр инде, апай…

 

- Өлəсəəəй!
- Әү, балаҡайым?..
- Өлəс, ә ҡан тəмлеме ул?
- Ҡайҙан белəйем, улым. Ниңə ундай һорау биреп ҡуйҙың ул?
- Атайым, шул өләсең вииис ҡанды эсте, ти бит.
- Атаң башһыҙ бит ул!
- Эйе, ул һине вис башымды кимереп бөттө, тип тә әйткәйне шул...

 

Әсәһе 5 йәшлек улына:
– Улым, һеңлекәш алып ҡайтайыҡмы?
– Кәрәкмәй! Атайым да ҡаршы булыр, моғайын. Мин бесәй балаһы алып ҡайтҡас нисек асыуланғанын оноттоңмо ни!

 

- Үҫеп кенә алайым әле һеҙҙән аҡса һорап та тормаҫ инем!
- Улым, һиңә бит уже 30 йәш...
- ...

 

Ике бесәй һөйләшеп ултыра:
- Ҡайһылай матур ғына ҡыҙыл күҙлек кейеп алғанһың ул!
- Хужам алып бирҙе... Һоло бутҡаһын фарш тип ашатыр өсөн.

Автор фотоһы.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас