Аптыратты бит мине:
- Ултырмаға ултырырға
Барам бөгөн кис, - тине.
Эй ултырам башым ҡатып,
Аптырай миңә бесәй:
- Ултырмала нисек итеп
Ултыралар һуң, әсәй?
Икенсе көн тәҡдим итте
Кис бергә ултырырға:
– Ярҙам итерһең миңә, - тей, -
Тултырма тултырырға.
- Тултырма булғас, нишләп беҙ
Тултырабыҙ һуң , әсәй? –
Әсәйем асыуланғайны,
Сыҡты ла ҡасты бесәй!
…Баҫма тейбеҙ ҙә баҫабыҙ,
Ҡарамаға ҡарайбыҙ,
Ҡулланманы ҡулланабыҙ,
Ҡораманы ҡорайбыҙ!
Белмәгән һүҙҙәрем бик күп –
Минме инде бирешәм?!
Эй, телкәйем! Серҙәреңде
Белешмәнән белешәм!
Фирүзә Абдуллина.