Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
16 Декабрь 2024, 04:10

Алдағы өс көндә 1 градусҡаса йылыта

   

Алдағы өс көндә 1 градусҡаса йылытаАлдағы өс көндә 1 градусҡаса йылыта
Алдағы өс көндә 1 градусҡаса йылыта

Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, дүшәмбе, 16 декабрҙә, ҡар яуыуы фаразлана, төньяҡта көслө. Урыны менән буран, боҙлауыҡ, юлдарҙа ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көньяҡтан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы -1,-6 градус тәшкил итәсәк.

Шишәмбе, 17 декабрҙә, ваҡыты менән ҡар яуыуы, республиканың көньяғы буйынса көслө ҡар яуыуы, урыны менән буран сығыуы көтөлә. Юлдарҙың айырым участкаларында ҡар һырынтылары. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә -4,-9, көндөҙ -1,-6 градус.

Шаршамбы, 18 декабрҙә, ваҡыты менән ҡар яуыуы фаразлана. Юлдарҙа ҡар һырынтылары. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы төндә -5,-10, көндөҙ -1,-5 градус.

Автор:Дина Ишматова
Читайте нас