Аҙна аҙағында Башҡортостанда аяҙытҡанда 22 градусҡаса һалҡынайта. Синоптиктар фаразы буйынса, бөгөн, 18 декабрҙә, бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан талғын, төндә урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы 0,-5 градус тәшкил итәсәк.
Кесаҙна, 19 декабрҙә, бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнсығыштан төньяҡ-көнбайышҡа күсеүсән талғын, урыны менән киҫкен. Һауа температураһы төндә -8,-13, төньяҡта -18, көндөҙ -5,-10 градус.
Йома, 20 декабрҙә, урыны менән бер аҙ ҡар яуа. Ел төндә йүнәлешен үҙгәртеүсән. Һауа температураһы төндә -12,-17, аяҙытҡанда -22 градус, көндөҙ -6,-11 градус.