Көнгәк
+28 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
18 Декабрь 2024, 01:37

Өй эйәһе булдымы, әллә фәрештәме

Улым тыуғас, ирем ҡырҡ көнгә тиклем өйҙә булды ла, аҙаҡ ситкә эшкә китте. Бәпесте ҡарашырға, йыуындырышырға бейем килде.

Өй эйәһе булдымы, әллә фәрештәмеӨй эйәһе булдымы, әллә фәрештәме
Өй эйәһе булдымы, әллә фәрештәме

 Улым тәүге көндән үк тыныс булды. Тамағы туҡ булһа, йоҡлап тик ята. Китапҡа ҡарап, режим менән генә ашатам. Ул ваҡытта интернет юҡ. Берәй һорау тыуһа, бала табыу йортонан сыҡҡанда бүләк иткән “Энциклопедия новорожденных” ҡа ҡарап, шуның буйынса ашатырға, тәрбиәләргә тырышам. Бейемдән һораһам, мин хәҙер онотоп бөткәнмен инде ти ҙә ҡуя.

Үҙебеҙ генә йәшәй башлағандың, йәғни ирем эшкә киткәндең өсөнсө көнөнә шуға иғтибар иттем: бәпестең аҫты бер ҡасан да еүеш булмай. Йә асынып, йүргәген тибеп, ҡоро урында, йә юрған өҫтөнә үк сығып ята. Уныһынан да ғәжәберәге – бала уянһа йомшаҡ ҡына тауыш менән кемдер уята. Тәүҙә мин бейем баланы еүештенән алып, ҡоро урынға һалалыр ҙа, мине уяталыр тип уйланым.

Шулай бер көн тағы ҡабатланды. Теге тауышҡа уяндым да, баланың аҫтын алмаштырып, имеҙеп ятам. Бәпесте эргәмә алған ваҡытта аяҡ тауышы тышҡа сығып киткән һымаҡ булғайны. Бейем уятҡандыр ҙа, тышҡа сыҡҡандыр тип ингәнен көтөп ятам. Был юҡ та юҡ. Бына бер саҡ төпкө бүлмәлә, ул йоҡлаған яҡта тамаҡ ҡырған кеүек булды. Ингәнеңде ишетмәнемсе тиһәм, мин сыҡманым ул, һин сыҡҡанһыңдыр тип уйланым, ти был. Ул да ишеткән булған икән кемдеңдер йөрөгәнен.

Хәҙер был ҡурҡып килеп сыҡҡан. Ул төндө өсәүләп беҙҙең бүлмәлә йоҡланыҡ.

Иртәгеһенә ирем ҡайтты. Уға бала менән булған хәлде, бөгөнгө төндәге тауыш тураһында һөйләгәйнек, көлөп кенә ҡуйҙы. Әммә көлкөһө шул кисте үк “яңырҙы”. Йоҡларға ятҡайныҡ ҡына эргәләге карауатҡа тәүҙә кемдер ултырған, аҙаҡ һуҙылып ятҡан кеүек тауыш ишетелде. Һикереп тороп утты яҡтыртҡайны – бер кем дә юҡ. Был һүгенеп ебәрҙе.

Башҡаса бындай хәл ҡабатланманы. Башҡа мине бер кем дә уятманы һәм бәпесем элекке кеүек ҡоро ерҙә ятманы. Кем булғандыр, нимә булғандыр, әле булһа аңлап етмәйем. Әммә шуны беләм: ул беҙҙең янға тик изгелек менән килгән...

Ләйсән ВӘЛИТОВА.

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас