Бөгөн, 21 декабрҙә, Ҡотлобулат ауылы халҡы махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған яугир, ефрейтор Айҙар Йомағолов (08.03.1976 - 15.10.2024 й.й.) менән бәхилләште.
Мәрхүмде һуңғы юлға оҙатыуҙа уның яҡын кешеләре, ауылдаштары, район хакимиәте башлығы Зәбир Ғабдуллин, Мәләүез ҡалаһының, Мәләүез һәм Федоровка райондарының хәрби комиссары подполковник Ринат Ғибәҙуллин, райондың йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре һәм башҡалар ҡатнашты.
Айҙар Шәһиҙулла улы 1976 йылдың 8 мартында Ҡотлобулат ауылында тыуған. Боһорман урта мәктәбендә уҡый. Мәктәптән һуң 109-сы һөнәрселек училищеһына уҡырға инә һәм уны 1994 йылда «Слесарь-ремонтсы» һөнәре буйынса тамамлай.
1994 -1996 йылдарҙа РФ Ҡораллы көстәр сафында хәрби хеҙмәт үтә. Армиянан ҡайтҡас, шәхси предприятиела эшләй.
2023 йылдың 28 ноябрендә контракт төҙөп махсус хәрби операция биләмәһенә китә. Яуҙа хәрби бурысын уҡсы вазифаһында үтәй.
2024 йылдың 15 октябрендә Курск өлкәһе Кореневский районы Ольговский ауыл советының Кремяное ауылы тирәһендә махсус хәрби операция барышында хәрби хеҙмәт бурыстарын үтәгәндә һәләк була. Уның күрһәткән ҡаһарманлығы Батырлыҡ ордены менән бүләкләүгә тәҡдим ителә (үҙе үлгәндән һуң).
Беҙ яугирҙең барлыҡ яҡын кешеләренең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашып, уларға рухи ныҡлыҡ һәм сабырлыҡ теләйбеҙ.
Александр КОРИЦКИЙ фотолары.