Көнгәк
+28 °С
Облачно
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
21 Декабря 2024, 01:55

ЯҢҒЫҘ ҠАТЫН

Айсбергҡа оҡшаған ул яңғыҙ ҡатын -Үҙе ғорур, үҙе ҡырыҫ, үҙе һалҡын.Сөсөләнмәҫ берәүгә лә, түбән төшөп,Йөрәгендә йөрөй уның сәмле ялҡын.

ЯҢҒЫҘ ҠАТЫНЯҢҒЫҘ ҠАТЫН
ЯҢҒЫҘ ҠАТЫН

Айсбергҡа оҡшаған ул яңғыҙ ҡатын -
Үҙе ғорур, үҙе ҡырыҫ, үҙе һалҡын.
Сөсөләнмәҫ берәүгә лә, түбән төшөп,
Йөрәгендә йөрөй уның сәмле ялҡын.
Яңғыҙ ҡатын хәс тә яңғыҙ айсберг -
Йөҙә тормош даръяһында елкән киреп.
Яҡынлама, әгәр уны меҫкен күрһәң,
Үҙен яҡлап уҫалланыр кейек кеүек!
Насип йәренән айырғас әсе яҙмыш
Яңғыҙ ҡатын, әйтерһең дә яңғыҙ аҡҡош...
Иңдәренә һал мәрхәмәт ҡанатыңды,
Ҡаты ҡағылма уларға эй, һин, тормош.
Г. Исрафилова.

 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас