Көнгәк
+30 °С
Болотло
VKОКTelegramdzenMAX
Яңылыҡтар
24 Декабрь 2024, 01:57

Башҡортостанда Терра ҡыш ҡасан була

31 декабрҙә һәм 1 ғинуарҙа Өфөлә «Терра ҡыш» фестивале ойошторола, тип хәбәр иттеләр баш ҡала хакимиәтенән.

Башҡортостанда Терра ҡыш ҡасан булаБашҡортостанда Терра ҡыш ҡасан була
Башҡортостанда Терра ҡыш ҡасан була
«Артистарҙың сығыштары, ҡышҡы милли уйындар, гастрозона, карнавал костюмдары конкурсы — бик күңелле булмаҡсы», — тип белдерҙеләр мэрияла.

Фестиваль 31 декабрҙә киске сәғәт 9-ҙа асыла. Совет майҙанында усаҡта бешерелгән былау, милли ризыҡтар һәм ҡайнар эсемлектәр менән фуд-корт эшләй. Өфөләрҙе ҡышҡы һабантуй, концерт һәм, әлбиттә, куранттар һуҡҡанда Яңы йылды ҡаршылау көтә.

Владимир Путиндың һәм Радий Хәбировтың Яңы йыл мөрәжәғәттәренән тыш, «Терра ҡыш» фестивалендә ҙур экранда МХО яугирҙәренән ҡотлауҙар яңғырай.  

Байрам 1 ғинуарҙа төнгө сәғәт 3-кә тиклем бара. Яңы йыл кисәһенең хедлайнеры  — «Мираж» төркөмөнөң элекке солисы Наталья Гулькина.

Фестивалде 1 ғинуарҙа Совет майҙанында киске сәғәт 5-тә карнавал костюмдарындағы конкурс-парад дауам итә. Еңеүселәрҙе иғлан иткәндән һуң байрам ҡунаҡтарын халыҡ уйындары көтә, сәхнәлә музыканттар, Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу сығыш яһай.

6+

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-12-23/v-bashkirii-31-dekabrya-i-1-yanvarya-zhdut-na-festivale-terra-zima-4063983

Автор:Галина Бахшиева.
Фото:Өфө ҡалаһы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.
Автор:
Читайте нас